Accessibility links

Кайнар хәбәр

Милиция байрам нәтижәләрен барлай


Башҡортостанда халыҡ аҡыллыраҡ байрам итергә өйрәнеп бара. Республика милицияһы шулай тип иҫәпләй. Сөнки яңы йыл байрамдары мәлендә телгә алып һөйләрлек ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәгән. 1-се ғинуарҙа 123 кешене айнытҡысҡа алып барғандар, 2-һендә 184 кеше милиция айнытҡысында ҡунып сыҡҡҡан. Республика ҡала – райондарындағы боҙ майҙансыҡтарында өс мең ярым милиционер эшләй. Ә байрамдар осоронда йәмғеһе 8 мең милиция эшләгән.
Эске эштәр министрлығының йәмәғәт тәртибен һаҡлау бүлеге етәксеһе Фаил Мөхтәруллин әйтеүенсә, үҙәк урамдарҙағы видеокамералар ҙа енйәтселәрҙе ваҡиға урынында ҡулға алыу мөмкинлеген бирә.
XS
SM
MD
LG