Accessibility links

Кайнар хәбәр

Зюганов Өфөлә Ленинға һәйкәл ҡуйыуда ҡатнашты


Өфөлә Ленинға ҡайтанан урынына ҡуйылған һәйкәл
Өфөлә Ленинға ҡайтанан урынына ҡуйылған һәйкәл
Башҡортостанға Геннадий Зюганов килде. Коммунистар фирҡәһе лидеры Геннадий Зюганов Башҡортостанға сәфәре барышында республиканы шул тиклем ихтирамлауын белдерҙе. "Башҡорт халҡы эшләй белде һәм эшләй. Рәсәй ерен яҡлап яуға сапты", тине Геннадий Зюганов.

Президент Рөстәм Хәмитов менән осрашыуында ул, Башҡортостан илдең иң үҫешкән төбәктәре исемлегендә, ә милли-мәҙәни мөнәсәбәттәр - башҡалар өсөн үрнәк, тине.

Зюганов әфәнде Өфөлә Ленинға һәйкәлде ҡайтанан урынына ҡуйыуға арналған сарала ла ҡатнашты. Башҡортостандың төп һәйкәле - Салауат Юлаев һәйкәленә лә барҙы.
XS
SM
MD
LG