Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡорт йәштәре көндәре быйыл Баймаҡта үтәсәк


Башҡорт йәштәре көндәре, 2009 йыл
Башҡорт йәштәре көндәре, 2009 йыл

Башҡорт йәштәр иттифағы йыл һайын Башҡорт йәштәре көндәрен ойоштора. Быйыл йыйын 29-сы июлдән 31-се июлгә тиклем Баймак районында Граф күле буйында үтәсәк.


Аҙаҡҡы йыйында Башҡортостандан һәм күрше өлкәләрҙән 15 меңләп йәштәр ҡатнашҡан. Был сара йәштәрҙе туплау, күңел асыу, милли тәрбиә биреү, милли уйындарҙа көс һынашыу өсөн үткәрелә. Быйылғы йыйында башкорт йәштәрен эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү өсөн иҡтисад һәм бизнес буйынса тренингтар һәм семинарҙар үткәреләсәк. Йәштәр байрамының быйылғы төп уҙенсәлектәре тураһында Башҡорт йәштәре иттифағының рәйесе вазифаһын башҡарыусы Флорид Багаев менән әңгәмәләштек.

- Флорид, йәштәр делегациялары ҡайһы төбәктәрҙән киләсәк?

- Күбеһенсә Башҡортостандан булалар, шулай уҡ күрше өлкәләрҙән дә киләләр. Мәҫәлән, беҙҙең Силәбелә, Ырымбурҙа, Һамарҙа башҡорт йәштәр иттифағы бар, улар киләләр.

- Йыйында барлык саралар башҡорт телендә барасаҡмы?

- Ундай тел сикләүҙәре юҡ, сөнки йәйләүгә төрлө милләт вәкилдәре килә ала. Әммә саралар күбеһенсә башҡорт телендә буласаҡ.

- Йыйынға билдәле шәхестәр саҡырылғанмы?

- Йырсыларҙан «Ҡарауан Һарай» төркөмө сығыш яһаясаҡ, бик күп дәүләт эшмәкәрҙәре, мәҫәлән яңыраҡ Бөтә Донъя Башҡорттар Ҡоролтайы рәйесе булып һайланған Марсель Йосопов, беҙгә ҙур ярҙам күрһәтте, ул киләсәк. Шулай уҡ мәҙәниәт министрлығынан, йәштәр министрлығынан вәкилдәр ҙә киләсәк.

- Ниндәй күңел асыу саралары үткәреү ҡарала?

Башҡорт йәштәре көндәре, арҡан тартышыу, 2009 йыл
- Мәҫәлән 29-сы июлдә делегациялар килгәс, сәғәт киске 11-ҙән башлап 5-кә тиклем рок һәм эстрада концерты буласаҡ. Икенсе көн, шәмбе, сәғәт 11-ҙә официаль асыу тантанаһы була. Төрлө конкурстар үткәреләсәк, мәҫәлән «һылыуҡай» конкурсы. Быйыл беҙҙең традицион башҡорт һылыуҙарын һайлау конкурсы республика кимәлендә үткәрелмәне, һәм шүға күрә был сараны Башҡорт йәштәре көндәрендә үткәрергә булдыҡ. Егеттәр өсөн «Урал бөркөтө» конкурсы; башҡорт рэп культураһын үҫтертер өсөн, «рэп баттлдар»; башҡорт телендә КВН үткәрәсәкбеҙ.

- Форумдарҙың береһендә йыйында иҫерткес эсемлектәр булмаясаҡ тип уҡыным, был дөрөҫме?

- Башҡорт йәштәре иттифағы республикала беренсе булып алкоголгә ҡаршы саралар үткәрә башланы. Мәҫәлән 1996-сы йылда «Йәшлек шоу» ҙан башлап, йыл һайын беҙ үткәргән саралар сәләмәт тормош девизында һәм иҫерткес эсемлектәргә ҡаршы үтә. Шулай уҡ йәштәр көндәрендә лә алкоголь һатыу йә индереү тыйыла. Беҙҙең девиз - «Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух». Баймаҡтағы күп ҡымыҙ эшләүселәр үҙҙәренең продукцияһын һатасаҡтар, шулай уҡ һут-һыуҙарҙы шәхси һатыусыларҙан алып буласаҡ.

- Ошо көндәрҙә татар йәштәре көндәре лә үтә, татар ойошмалары менән һеҙҙең бәйләнеш бармы, хеҙмәттәшлек тураһында уйламайһығыҙмы?

- Үкенескә ҡаршы беҙҙең тығыҙ бәйләнештәр юҡ, әммә киләсәккә ниәттәр бар. Беҙ бөтә донъя төрөк йәштәре йыйылыштарында осрашабыҙ, форумдарҙа социаль селтәр кимәлендә генә аралашып торабыҙ. Әлбиттә улар килһәләр бик шат булыр инек.

Йәштәр килһендәр, был сара бер ниндәй ҙә сәйәси лозунгтар аҫтында булмай, тәбиғәт ҡосағында барыбыҙ ҙа күңел асып, уйындар уйнап ял итергә уйлайбыҙ. Мәҙәни сараларҙан башҡа, милли уйындар буласаҡ, арҡан тартышыу, һөңгө атыу. Һәм шулай уҡ быйыл йәштәрҙе бизнес өлкәһенә йәлеп итер өсөн иҡтисад һәм бизнес буйынса семинарҙар һәм тренингтар үткәрәбеҙ. Иҡтисад үҫешһә, республиканың дәрәжәһе лә артыр тип уйлайбыҙ.
XS
SM
MD
LG