Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 20:46

Өфө-II ҡаласығында тарихи-мәҙәни музей төҙөлә


Өфө-II ҡаласығы биләмәләрендә тарихи-мәҙәни музей төҙөлә. Боронғо Өфө музей-заповеднигы тураһында республика хөкүмәте күрһәтмәһенә Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Музей V-XVI быуаттарҙағы иң ҙур археологик ҡомартҡы - Өфө-II ҡаласығын һаҡлау һәм артабан ентекле өйрәнеү маҡсатында ойошторола.

Өфө-II ҡаласығы 1953 йылда билдәле крайҙы өйрәнеүсе Петр Ишериков тарафынан асыла. Тикшереүҙәр барышында ағас диуарҙар, йорттар һәм урамдар барлығы асыҡлана Артабан унда төрлө йылдарҙа Мәҡсүҙә Садыҡова, Владимир Овсянников, Нияз Мәжитов тикшереү алып бара. Ҡаҙыу эштәре барышында бында боронғо ҡала булыуын иҫбатлаған байтаҡ көнкүреш, биҙәнеү әйберҙәре табыла.

XS
SM
MD
LG