Accessibility links

Кайнар хәбәр

Нәжиб Асанбаев 90 йәшен билдәләне


Нәжиб Асанбаев
Нәжиб Асанбаев
Ошоға арналған тантаналы ултырыш Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев 1921 йылдың 7 ноябрендә хәҙерге Баҡалы районы Ахман ауылында тыуа. Ул “Рәйсә”, “Фәйзи”, “Аҡ сирендәр”, һәм башҡа бик күп спектаклдәр авторы. Уның әҫәре буйынса Яҡын көнсығыштағы тәүге совет дипломанты, Бишбүләк егете Кәрим Хәкимов яҙмышы тураһында “Ҡыҙыл паша”, Башҡорт йәмһүриәтен ойоштороусылар лидеры Әхмәт Зәки Вәлиди туғанға арналған “Көҙән башҡорто” спектаклдәре барлыҡҡа килде.

Нәжиб Асанбаевтың юбилейы уңайынан президент Рөстәм Хәмитов тәбрикләп, уға Башҡортостан республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн ордены тапшырҙы.

Нәжиб Асанбаев орден алғандан һуң, былай бүләкләп торғас, тағы ла йәшәргә, ижад итергә тура килер инде тип көлдөрөп алды йыйылыусыларҙы.
XS
SM
MD
LG