Башҡортостан Карлсоны ике йыл ярым шәрбәт ашай алмаясаҡ

Шишмә районында 18 йәшлек егет күршеһенең мөгәрәбен таҙартҡан. Ул күршеһенең ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән 6 банка ҡурай еләге һәм 5 банка ҡарағат ҡайнатмаһын сәлдергән. Егетте Рәсәй енәйәт кодексының Бурлыҡ статьяһы буйынса хөкөмгә тарттырғандар. Татлы яратыусы башҡорт Карлсонына хәҙер ике йыл ярым колонияла йәшәргә тура киләсәк.