Өфө-Ҡазан юлдары бағанаһыҙ ҙа буласаҡ. Ике арала осҡостар ебәрелә

Өфө менән Ҡазан араһында бәйләнештәр нығый. Был юлы ике күрше республикалар баш ҡалалары араһында һауа бәйләнеше булдырылған. Өфө Халыҡ-ара аэропортынан Ҡазанға Л-410 осҡосо аҙнаға 3 тапҡыр 19 сәғәт 50 минутта осош яһай. Ике ҡала араһын пассажирҙар бер сәғәт ярым самаһында үтә аласаҡ.