Пенсиялар түләүгә ай һайын 4 миллиард ярым аҡса кәрәк

Бөгөндән пенсияларҙың база өлөшө арттырыла.Аҡсалата иҫәпләгәндә, был 200-300 һумға тиң.
Түләүҙәр 1-се апрелдән башлана. Дөйөм алғанда, республикала ай һайын пенсионерҙарға 4 миллиард 400 миллион һум күләмендә пенсия түләнә, яңы үҙгәрештәр уға тағы ла 178 миллион һум өҫтәй.