Алтын миҙал-Башҡортостанда

Мәскәүҙә “Шифахана-2008” Бөтә Рәсәй форумы үтте. Тармаҡтың 250 учреждениеһы араһында Красноусол шифаханаһы “Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы” номинацияһында алтын миҙал алып ҡайтҡан. Был хаҡта беҙгә уның етәксеһе Фаяз Мәжитов хәбәр итте.
Республикала әле тиҫтәнән ашыу шифахана бар. Уларҙа нигеҙҙә Себерҙә эшләүселәр ял итә.