Морондоҡһоҙ эт өсөн штраф

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумы уҙҙы. Унда 19-сы июнгә тәғәйенләнгән киләһе ултырыштың көн тәртибе раҫланды. Депутаттар ҡарамағына тапшырылған закон проекттарының береһе -йорт хайуандарын тәрбиәләүселәргә ҡағыла. Ҡала урамдарында эттәрен морондоҡһоҙ йөрөткән граждандарға штраф күләмен 3 мең һумға тиклем еткереү ҡарала. Хайуанды кешегә һөсләтеү 5 мең һумға төшәсәк. Ә инде эт үтеп барыусыға зыян килтерһә, хужа 2 мең штраф түләргә тейеш. Вазифа биләүселәр өсөн ул 5-10 мең һум, ә юридик шәхестәргә 30-40 мең һум күләмендә билдәләнгән. Ҡарауһыҙ эттәрҙе тотоу өсөн яуаплы махсус ойошмалар ҙа ваҡытында күрелмәгән саралар өсөн 50 мең һумлыҡ штраф түләйәсәк. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр һәм тәбиғәт менән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Валерий Лебедьков әйтеүенсә, был мотлаҡ күрелергә тейешле саралар, сөнки һуңғы арала ҡала урамдарында берәҙәк эттәрҙән таланыусы граждандар һаны арта бара.