Өфөлә Заһир Исмәғилевҡа һәйкәл асыла

Уны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры эргәһендәге скверҙа урынлаштырыу ҡаралған.
Һәйкәлдең авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, скульптор Хәниф Хәбибрахманов. Һәйкәлде асыу тантанаһы 17-се октябргә тәғәйенләнгән.

Был көндө Заһир Исмәғилев исемен йөрөткән Өфө дәүләт сәнғәт академияһы 40 йыллығын билдәләйәсәк.