Башҡортостанда 40 мең кешенең эшһеҙ ҡалыуы ихтимал

Донъялағы финанс көрсөк эш хаҡтарын ваҡытында түләүгә йоғонто яһаны.
Әммә республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы түләү буйынса хәл, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда күпкә яҡшыраҡ. Ноябрҙә бурыс 4 миллион 800 мең һумға артып 12 миллион 600 мең һумға еткән. Әле ул кәмей бара.

Хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаев белдереүенсә, көрсөккә һылтанырға кәрәкмәй, ҡайһы бер предприятиеларҙа хеҙмәт хаҡы түләмәү осраҡтарын бөтөрөргә, граждандарға тулы күләмдә эш хаҡы түләү өсөн кәрәкле ресурстарҙы табырға кәрәк. Бөгөн иһә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов хеҙмәт баҙарында көсөргәнешле хәл килеп сығыуы ихтимал тине. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 40 мең кешенең эшһеҙ ҡалыуы ихтимал.