Милли йәштәр театрында ике премьера

Коллектив балалар өсөн мажараларға бай, мауыҡтырғыс тамашалар әҙерләгән.
Башҡорт труппаһы Лилиә Кәбированың “Тылсымлы ҡурай” әкиәте бүләк итә. Ә рус труппаһы кескәйҙәрҙе Никита Вороновтың “Божий дар” исемле тамашаһы менән ҡыуандырасаҡ. Театр коллективы балаларҙы мажаралар донъяһына саҡыра.

Фойелағы шыршы янында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуға кескәйҙәр үҙҙәренең һәләттәрен дә күрһәтә ала. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры етәкселеге әйтеүенсә, Яңы йылға тиклем бар билеттар һатылған. Йәш тамашасылар өсөн көн һайын өсөшәр спектакль күрһәтеләсәк. Яңы йылдан һуң спектаклдәрҙе 2 ғинуарҙан уҡ ҡарарға мөмкин.