Баязит Бикбайҙың тыуыуына 150 йыл

Бында уҡытыусыларҙың фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарыла.
Ҡунаҡтар Баязит Бикбай исемен йөрөткән Яңы Мораптал мәктәбендә лә була. Бында шағирға арналған музей асылғайны. Экспозиция яңы материалдар, әҙиптең шәхси әйберҙәре менән тулыландырылған. Район мәғариф идаралығы методисы Рөстәм Баянов әйтеүенсә, юбилей саралары йыл аҙағына тиклем дауам итә, шағирға бюст асыу, әҙәби премия булдырыу күҙаллана.