Миллионер һәм миллиардерҙар арта

Республикала 11 мең 96 миллионер бар.
Үткән йыл менән сағыштырғанда уларҙың һаны 3 меңгә артҡан. Был хаҡта бөгөн федераль һалым хеҙмәтендә декларация кампанияһы барышына арналған матбуғат конференцияһында идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Татьяна Лубышева белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, былтыр 13 кеше 1 миллиард һумдан ашыу килем алған.