Эшһеҙ тип теркәлеүселәр һаны 50 мең самаһы

Йыл башында белгестәр мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә тороусылар 52 мең буласаҡ тип фаразлағайны.
Хәҙерҙән үк был һан ҡабатланырға тора. Февраль айында бер урынға 6 кеше дәғүә итһә, мартта был күрһәткес 5 самаһы булған. Әле республикала халыҡтың эшкә һәләтле өлөшөнөң 2,45 проценты рәсми рәүештә эшһеҙ статусы алған.