Башҡортостанда балыҡтарның күпләп үлеүе күҙәтелә

Благовешен районында экологияға бәйле сетерекле хәл килеп тыуған. Район биләмәләрендәге Асыкүлдә табан балыҡтарының күпләп үлеүе күҙәтелә.

Федераль балыҡсылыҡ агентлығы урта Иҙел территориаль идаралығының Башҡортостан буйынса бүлексәһе белгестәре Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән бергә күлгә бара, һыуға һәм балыҡҡа анализ уҙғара. Тәүге мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, һыу ятҡылығына нефть ҡатнашмалары төшкән.

Ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында күлдә табан балыҡтар ҡырылды. Ярҙағы һәр метр майҙанға 40-лап үле балыҡ тура килә.

Октябрский ҡалаһы эргәһендәге Мунса күлендә лә бер тонна самаһы суртан, ҡара балыҡ һәм карптар үлгән. Унда ла ағыуланыу ихтималлағын тикшерәләр.