Өфөлә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы үтәсәк

Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһының икенсе съезы 11 июнгә тәғәйенләнгән. Шуға ҡарамаҫтан, уның сиктәрендәге саралар был аҙнала уҡ башланасаҡ.
Ассамблея рәйесе Нияз Мәжитов йыйын республикала милләт ара-татыулыҡты нығытыуға етди этәргес бирер тине.

29 май Өфөлә “Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте диалогы” тип аталған республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Был хаҡта хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм Милли сәйәсәт министры Илдус Илешев хәбәр итте.

Премьер-министр урынбаҫары әйтеүенсә, съездға әҙерлек сиктәрендә бар ҡала-райондарҙа ла делегаттар һайланған. Әммә Илдус Илешевтың ҡала-район башлыҡтарын әйтер һүҙҙәре лә бар. Ул делегаттарҙы алмаштырмаҫҡа саҡырҙы. Өфөгә республикала йәшәүсе бар милләт вәкилдәренән 609 делегат киләсәк.

Икенсе сьезд Конгресс-Холда үтәсәк. Ошонда уҡ, төрлө күргәҙмәләр ҙә эшләйәсәк. Сьезд һис шикһеҙ милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, был өлкәләге сәйәсәттең яңы йүнәлештәрен билдәләүгә ярҙам итер тип көтөлә.