Өфөлә йәш кәмәсе һыуға түңкәрелеп һәләк булған

Уҙған тәүлектәге көслө ел арҡаһында бер үҫмерҙең ғүмере өҙөлгән.
14 йәшлек бала Ағиҙел йылғаһында каноэла ярыштар ваҡытында дауыл арҡаһында һыуға бата. Уны 2-3 сәғәттән һуң ғына табалар. Өфөлә дауыл кинәт башланды. Метерологтар шторм хәүефе хаҡында ла иҫкәртмәне. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә байтаҡ урамдарҙа ағастар ҙа йығылған.