Республикала гөрләп Һабантуйҙар үтә

Улар бер-береһенән айырылмай тиерлек. Әммә Ейәнсуралағы һабантуй иғтибарға лайыҡ.
Унда республика президенты тәү тапҡыр күмәк халыҡ алдында Раил Сарбаевҡа маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе.

Мортаза Рәхимов Ейәнсураларҙы сәләмләп, район халҡының социаль-иҡтисади үҫешкә тос өлөш индереүен билдәләне.

Башҡортостан президенты Ейәнсура районының үҫешенә нигеҙ хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаевтың районға етәкселек иткән йылдарында һалыныуын да билдәләне.