Кеше потенциалы нисек?

Бөгөн Өфөлә конгресс Холлда Башҡортостанда Кеше потенциалын үҫтереү тураһындағы докладтың исем туйы үткәрелде.
Был илдә кеше потенциалын үҫтереү тураһындағы тәүге доклад. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы үҫеш программаларының Рәсәйҙәге вәкиллеге ярҙамында нәшер ителгән. Авторҙар коллективы Кеше потенциалын үҫтереү концепцияһына ярашлы, республикала кешелек үҫешенең төп күрһәткестәрен ентекләп тикшергән.

Рәсәй субъекттары рейтингынд Башҡортостан алдынғы төбәктәр исемлегенә индерелгән. Докладта билдәләнеүенсә, Башҡортостанда кешелек потенциалы үҫеше юғары кимәлдә. Был положение республиканың социаль-иҡтисади үҫешен билдәләүсе төп макроиҡтисади күрһәткестәргә тап килә. Ул тәү сиратта Башҡортостандың тәбиғи һәм иҡтисади потенциалын ғына түгел, социаль үҫеш өсөн байтаҡ мөмкинлектәр барлығын да күрһәтә, тиелгән докладта.

Бөгөн республика президенты Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы үҫеш программаларының Рәсәйҙәге даими вәкиле Фроде Мауринг менән осрашты. Мауринг әфәнде Өфөгә Берләшкән милләттәр ойошмаһы үҫеш программаһы менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу маҡсатында килгән.

Республика президенты билдәләүенсә, бөгөн бар дәүләттәр тәү сирата кешеләрҙе сәләмәтләндереү һәм әсәлек менән балалыҡты яҡлауға иғтибар йүнәлтергә тейеш. Шул саҡта ғына кеше потенциалын үҫтерергә һәм камиллаштырырға ярҙам итәсәк. Бөгөн үк республика хөкүмәтендә Мауринг әфәнде менән Милли сәйәсәт министры Илдус Илешев хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙ.