Баш автоинспекторы ватандаштар менән аралаша

Башҡортостандың баш автоинспекторы ватандаштар менән интернет аша әңгәмәләшә башланы.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов интернетта үҙ видеоблогын булдырҙы. Ул автоинспекция идаралығының рәсми сайтында урын алған.

Динар Ғилметдинов видеоблогында тәү сиратта республика халҡына мөрәжәғәтен еткерә. Бында шулай уҡ авариялар тураһында оператив мәғлүмәттәр, норматив документтар, юлдарҙағы хәүефле участкалар теҙмәһе, башҡа яңылыҡтар урын аласаҡ.