Башҡортостан халҡы Ураҙа байрамында өс көн ял итәсәк

Быйыл Рамаҙан айы 20-се сентябрҙә тамамлана. Республика хөкүмәте күрһәтмәһе менән был көн байрам көнө тип иғлан ителде.

20-се сентябрь йәкшәмбегә тура килә, шуға күрә ял дүшәмбегә күсерелә һәм 19-сы, 20-се, 21-се сентябрь ял көнө тип иғлан ителә.