Октябрский ҡалаһында уҡытыусы ришәүәтселектә тотолған

Был турала республика прокуратураһынан хәбәр итәләр. Колледж уҡытыусыһы 50 йәшлек ҡатын студенттарҙан имтиханды уңышлы тапшырыу өсөн аҡса һораған.

Тәфтиш барышында асыҡланыуынса, ул марттан алып майға тиклем студенттарҙан бернисә тиҫтә мең ришәүәт алған. Уҡытыусыны 3 йылға шартлы рәүештә хөкөм иткәндәр.