Нефтекамала ут юҡ

Нефтекамалағы айырым биҫтәләрендә йәшәүселәр ут булмауҙан ыҙа сигә. Ҡаланың бернисә урамындағы бағаналарҙа төнгөлөккә лампалар яҡтыртылмай. Быға төп сәбәп – урындағы хакимиәттең энергетиктарға булған бурысы. Нефтекама “Энергосбыт” йәмғиәтенә яҡынса дүрт миллион һум аҡса тейеш. Килеп тыуған хәлдән сығыу юлдары әлегә билдәләнмәгән.

Тағы ла бер мәсьәлә электр лампаларына бәйле. 2011-се йылдан көсө йөҙ ваттан ашыу булған яҡтыртҡыстар әйләнештән сығарылыуы ихтимал. Нефтекама халҡын борсоған мәсьәлә менән “Башкирэнерго” ширҡәтенең яңы етәксеһе Алексей Доронинға ла шөғөлләнергә тура киләсәк. Ул ширҡәт етәксеһе итеп тәғәйенләнде.