Башҡорт теле уҡытыусыларына матди ярҙам күрһәтелә

2007 йылдан hеспублика етәкселеге ҡарары менән башҡорт теле уҡытыуҙа ҙур уңыштарға ирешеүсе уҡытыусыларға 30 мең һум күләмендә аҡсалата матди ярҙам күрһәтелә. Быйылдан уның күләме 50 мең һумға етте.

Рафаэль Ниғмәтуллин 20 йылдан ашыу башҡорт теле нескәлектәрен балаларға өйрәтә. Уҡытыусылар династияһынан. 50 мең һумына ул ноутбук алырға ниәтләй.