Яңы банк ипотека вәғәҙәләй

Республикала тағы ла бер финанс учреждениеһы барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан президенты Мортаза Рәхимов менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының социаль-иҡтисади үҫеш, көрсөккә ҡаршы саралар буйынса эшсе төркөм ағзаһы Глеб Фетисовтың осрашыуында ошо мәсьәлә ҡаралды.

Яңы учреждение «Минең банкым – Башҡортостан» тип атала. Глеб Фетисов әйтеүенсә, «Минең банкым – Башҡортостан» халыҡҡа торлаҡ ипотекалары биреүгә махсуслашасаҡ.

Шул иҫәптән, финанс учреждение ҡаҙна тармағында эшләүселәр өсөн торлаҡ төҙөлөшө программаһында ҡатнашасаҡ. Әлегә Башҡортостанда ипотека мәсьәләһе бик киҫкен, юҡ кимәлдә, банктар аҡса бирмәй.