Иҫке машина тапшырып, яңыһын алыу тәжрибәһе башлана

Башҡортостан иҫке машиналарҙы утилләштереп, яңыларын алыу буйынса тәжрибәлә ҡатнашасаҡ.
Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы пилот проектта ҡатнашыусы төбәктәр исемлеген иғлан итте. 2010 йылдың 1 ғинуарынан башланып, теүәл бер йыл дауам иткән һынауҙа Башҡортостан да бар.

Проекттың асылы шунда: 10 йылдан да күберәк йөрөгән машинаны утилгә тапшырып, 50 мең һумға сертификат алырға була. Тик был сумманы мотлаҡ Рәсәйҙә эшләнгән яңы машина алыу өсөн генә тотонорға рөхсәт ителә.

Тағы бер шарт - иҫке автомобилде теркәү ваҡыты бер йылдан да аҙыраҡ булырға тейеш.