Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге һайлауҙар уҙғара

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге ватандашлыҡ йәмғиәтен нығытыу, ҡыҙ-ҡатындарҙың статусын нығытыу буйынса яңы эштәр башларға йыйына.

Республика ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе, үткәнендә билдәле сәйәсмәндәрҙең береһе Рәшиҙә Солтанова әйтеүенсә, Башҡортостанда гүзәл зат вәкилдәре ир-егеттәргә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк. Тик улар етәкселектә бик аҙ. Башлыса ябай эштәрҙә йөрөйҙәр.