«Дуҫлыҡ моңо» фестивале Нефтекамала үтәсәк

Ижади бәйгелә 16-нан алып 45 йәшкәсә һәүәҫкәр башҡарыусылар ҡатнаша ала. Әле конкурсанттарҙан заявкалар ҡабул ителә.

«Дуҫлыҡ моңо»нда ҡатнашыусылар башҡорт халыҡ йырҙарын башҡортса, татар халҡы музыка өлгөләрен татар телендә башҡарырға бурыслы. Фестиваль 90-сы йылдар башынан даими уҙғарылып килә. Былтыр унда Төркиәнән дә ҡатнаштылар.