Поезд менән фажиғә

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенә ҡараған Әлкә-Шишмә участкаһында ташкүмер тейәлгән составтың ете вагоны сафтан сығыуға тәүге аңлатмалар бар.
Ташкүмер тейәлгән һуңғы вагондың рамы һыныуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында бер генә кеше лә зыян күрмәй. Ташкүмер тейәлгән состав алыҫ көнсығыштан көнбайышҡа хәрәкәт иткән. Әммә Әлкә ҡасабаһы янындағы участкала тауар поезының бернисә вагоны рельстан сыға башлай.

Ошо мәлдә ул күрше юлдан килеүсе «Өфө-Һамар» йүнәлешендәге пассажир поезы менән осраша. Күмер тейәлгән составтарҙың береһе кешеләр ултырған вагонға барып төкөлә. Бары тик бәхетле осраҡ ҡына, бер кемдең дә йәрәхәт алыуына килтермәй, ти Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат хеҙмәткәре Рөстәм Ғөбәйҙуллин.

Әле ғәҙәттән тыш хәл урынында авария эҙемтәлен бөтөрөү тулыһынса тамамланған тиерлек. Шишмә районындағы участокта ике яҡҡа ла составтар график буйынса йөрөй.