Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 8 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар ултырған самолет Алмания биләмәләрендә һәләкәткә осраны. Диспетчерҙарҙың ғәйебе арҡаһында ТУ-154 лайнеры Боинг йөк самолеты менән бәрелеште.

Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлдө. Авария ҡорбандарының күбеһе Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән. Бөгөн унда иҫкә алыу саралары үтә.