Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвайҙар ебәреләсәк

Өфөлә тимер юл вокзалынан аэропортҡа тиклем тиҙ йөрөшлө трамвайҙар ебәреләсәк. Был тураhында башҡала мэры Павел Качкаев белдерҙе. 2025 йылға тиклемге ҡала үҫеше проекты бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә ала, уларҙың береһе – юлдарҙы камиллаштырыуға ҡайтып ҡала. Әле Өфөлә һәр өсөнсө кешегә бер машина тура килә. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостандың баш ҡалаһында 1 миллион 30 мең самаһы кеше йәшәй.