Башҡортостан “Йәшел аҙна”ла ҡатнаша

Германияла барған “Йәшел аҙна” Халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 15 төбәге үҙ продукцияһын ҡуйған. Улар араһында Башҡортостан экспозицияһы айырым урын алып тора. Күргәҙмә барышында түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар уҙғарыла. Республика вәкилдәре отошло килешеүҙәр төҙөргә иҫәп тота.