Стәрлетамаҡта бурҙар хәлле йәшәгән 8 ғаиләне талаған

Стәрлетамаҡта бай фатирҙарҙы талау менән кәсеп иткән енәйәтселәрҙе эҙләйҙәр. Улар тәүге тапҡыр былтыр ноябрҙә бер фатирҙан байтаҡ мөлкәт - алтын биҙәнгестәр, ҡиммәтле тундар, аудио-видео-көнкүреш техникаһы алып сыға.

Бөгөнгә бурҙар хәлле йәшәгән 8 ғаиләне талаған. Ҡатмарлы йоҙаҡтарҙы ла улар аса белә. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡта быға тиклем бындай талауҙар булғаны юҡ тип белдерә. Шуға күрә "гастролерҙар" түгел микән тигән шик тә бар.