Башҡортостанда ҡырағай йәнлек һәм ҡоштар иҫәбен алдылар

Был эш менән тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министрлығы шөғөлләнде. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ҡыр сусҡаһы, ҡоралай, мышы, аҫ, көҙәндәр һаны артҡан. Иң үрсемлеләре - ҡабандар. 4 йыл элек республика биләмәләрендә 5 мең баш ҡыр сусҡаһы иҫәпләнһә, хәҙер уларҙың һаны 3 тапҡырға артҡан. Маралдар, бүре, ҡуяндар, һеләүһендәр, киреһенсә, аҙайған. Тейен-төлкөләр һаны әллә ни үҙгәрмәй.