Бөрйән районында яңы туристик база асылған

Бөрйән районында яңы туристик база үҙ эшен башлай. Ишдәүләт ауылында урынлашҡан “Башҡорт иле” ял үҙәге утыҙ кешегә иҫәпләнгән. Бында ағас йорттар һалынған. Туристар Ағиҙел йылғаһында һалда йөҙә ала. Уларҙың башҡорт халҡы йолалары менән танышыу, милли аш-һыу тәмләп ҡарау мөмкинлеге бар.