Өфө епархияһы асарбаҡтар өсөн миһырбанлыҡҡа тотондо

Руханиҙар Колхоз баҙары эргәһендә йортһоҙҙарҙы һыйланы. Һәр кемгә ҡайнар аш, икмәк һәм компот тараттылар. Асарбаҡтар ризыҡты талаш-тартышһыҙ, сиратта тыныс ҡына тороп алған.

Хәйриә акцияһы реабилитация үткән элекке наркомандар башланғысы менән уҙғарылған. Хәҙер улар асарбаҡтарға кейем-һалым йыйырға, уларҙы йыуындырыу мөмкинлеген ойошторорға йыйына. Епархия колхоз баҙары эргәһендә уларҙы һәр йәкшәмбе туйындырап торорға йыйына.