Хәмитов республикаға инвесторҙар йәлеп итмәксе

Рөстәм Хәмитов

Президент Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Милли йылҡысылыҡ паркы ойоштороу башланғысын күтәреп сыҡҡайны. Паркта ҡымыҙ менән дауалау, ял итеү урындары, иппотерапия үҙәге буласаҡ.

Ҡымыҙ һәм башҡорт аты күптән республиканың брендына әйләнгән, ти Рөстәм Хәмитов. Йәғни, ата-бабалар беҙгә иҡтисади яҡтан отошло тармаҡ ҡалдырған, уны дөрөҫ файҙаланырға кәрәк.

Рөстәм Хәмитов, республика ҡаҙнаһын башлыса яғыулыҡ-энергетика комплексы ширҡәттәре генә тулыландыра, башҡа тармаҡтар түбән кимәлдә, тип белдерә. Яңы ширҡәттәр асырға, инвесторҙарҙы күберәк йәлеп итергә кәрәк, тип иҫәпләй ул.

Хәҙер Нефтекама ҡалаһындағы НЕФАЗ ширҡәтендә Бразилия автобустарын йыя башларға кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов Нефтекамаға барғанда.