Башҡортостан яҙыусылар берлегенең 15нсе ҡоролтайы асылды

Унда яңы рәйес, идара ағзалары һайлана, уставҡа үҙгәрештәр индерелә. Бынан тыш уҙған 5 йылға йомғаҡ яһала, киләсәккә маҡсаттар билдәләнә. Сьезда Башҡортостан президенты, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзалары, район-ҡалаларҙан делегациялар ҡатнаша.

Башҡортостан яҙыусылар союзына Республика башлығы Рөстәм Хәмитов мөрәжәғәт итте. "Олоғая барған һайын тыуған тел ҡәҙере яҡшыраҡ беленә", тине ул. Рөстәм Хәмитов башҡорт китаптарын уҡыуын да белдерҙе.