Өфө Халыҡ-ара аэропорты хәүефһеҙлеккә үрнәк

Өфө Халыҡ-ара аэропортында самолеттарҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтә.
Өфө Халыҡ-ара аэропортында самолеттарҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтә.
Яңы йыл алдынан Рәсәй аэропорттарында яңы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре ғәмәлгә ингәйне. Улар Европа өлгөһөндә ҡабул ителгән. Яңы талаптарға ярашлы, самолет салондарына иң күбендә 1 литр шыйыҡ матдә алып инеү рөхсәт ителә. Уны үтә күренмәле пластик ҡаптарға төрөргә кәрәк. Балалар аҙығы һәм медикаменттарға был ҡағиҙә ҡағылмай. Ә бына косметика йәки хушбуйҙарҙы самолет салонына самалап алырға тура киләсәк. Пассажирҙарға иҫерткес эсемлектәрҙе алып инеү ҙә сикләнгән. Өфө халыҡ-ара аэропорты етәксеһе урынбаҫары Таһир Мөхәмәтшин беҙҙең аэропорттың сит илдәрҙән ҡайтартылған ҡиммәтле ҡорамалдар менән йыһазланырылыуын белдерә. Тикшереү үтмәйенсә, осҡосҡа эте лә, бете лә үтә алмай ти ул.