Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республика һайлауға әҙерләнә


Беренсе мартта Башҡортостандың 55 район һәм ҡалаһында һайлау үтәсәк.

Төрлө кимәлдәге депутат мандатын 1 мең 353 кеше аласаҡ, был урындарға 2 мең 700 кандидат дәғүә итә. Баймаҡ районында яңы барлыҡҡа килгән ауыл шураларына һайлау уҙа. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Радмир Ишбулатов әйтеүенсә, уҙған йыл бишенсе октябрҙәге һайлауҙан һуң Икенсе Этҡол һәм Ниғәмәт ауыл советтары берләштерелгәйне, хәҙер яңы муниципаль берәмеккә депутаттар билдәләнәсәк.
XS
SM
MD
LG