Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда тыл батырҙары йыйынтығы баҫылды


Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Еңеү өсөн тылда фиҙакәр эшләгәндәр тураһында мәғлүмәттәр тупланған.

Белешмәләр алфавит рәүешендә тупланған. Йәғни беренсе томда Архангель, Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын райондары, Ағиҙел ҡалаһындағы тыл батырҙарының исем-шәрифтәре баҫылған.

Республикала 1941-1945-се йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙалы менән 500 мең самаһы тыл хеҙмәткәре бүләкләнгән. Китап нәшриәтенең айырым төр баҫмалар бүлеге етәксеһе Фәниҙә Исхаҡова әйтеүенсә, йыйынтыҡ йәмғеһе 20-ләп томдан торасаҡ.
XS
SM
MD
LG