Accessibility links

Кайнар хәбәр

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Грызлов тәҡдименә ҡаршы сыҡты


Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәсетле районында үткән күсмә ултырышында ҡатнашыусылар Дәүләт Думаһы рәйесе Грызлов әфәнденең төбәктәрҙе эреләтеү тәҡдименә ҡаршы сыҡты.

Ҡоролтай рәйесе Азамат Ғәлин бик етди рәүештә “Грызловтың тәҡдиме буш һүҙ”, тип белдерҙе. Ултырыш көн тәртибенә тәүҙә үк мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау мәсьәләһе сығарылғайны.

Әммә ҡоролтай ағзалары һуңғы ваҡиғаларға үҙ ҡарашын белдереүҙе артыҡ тип тапманы. Бөтә Донъ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Ғәлин: “Федераль үҙәктә төбәктәрҙе эреләтеү мәсьәләһе ҡайтанан ҡалҡып сыҡты. Федераль етәкселәр был мәсьәләне йылы кабинеттарҙа ултырып, халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һалмай ғына хәл итергә ниәтләй, быға ҡаршы беҙ үҙ һүҙебеҙҙе әйтергә тейешбеҙ”, тине.
XS
SM
MD
LG