Accessibility links

Зәки Мәхмүтов вафат булды


Республика йәмәғәтселеге бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башкортостандың халыҡ артисы Мәхмүтов Зәки Ғиззәт улы менән хушлашты. Зәки Мәхмүтов милли һәм классик репертуарҙа төрлө опера партиялары башҡара. Йырсының күләмле концерт репертуарын «Уйыл», «Абдрахман», «Сәлимәкәй» кеүек бик күп башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре – йырҙар, романстар биҙәне. Зәки Мәхмүтов сит илдәр – Польша, Финляндия, Германия, Болгария, Перу тамашасыларын башҡорт сәнғәте менән таныштырҙы. Профессиональ музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Мәхмүтов Зәки Ғиззәт улы Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған, Халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы исемдәренә лайыҡ була. Уның йөҙөндә Башкортостан башҡорт музыка сәнғәтенең абруйын үҫтереүгә күп көс һалған мәшһүр йырсыны юғалтты.

XS
SM
MD
LG