Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда һайлаусылар 91 процент килгән


Республика Үҙәк һайлау комиссияһы 2-се мартта уҙған һайлауҙарҙың яҡынса йомғаҡтарын иғлан итте. Башҡортостанда һайлау участкаларына 91 процент һайлаусы килгән. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Барый Кинйәғолов әйтеүенсә, был юлы ла ауыл халҡы активлығы менән айырылып торған. Рәсәй Президентын һайлауҙа ауыл халҡы әүҙемлеге 92 лә 28, башҡаланан башҡа ҡалаларҙа 86 ла 26, Өфөлә 79 ҙа 69 процент.

Дәүләт Йыйылышы– Ҡоролтайға депутаттарҙың 60-ы бер мандатлы округ, тағы ла алтмышы партия исмелектәре буйынса һайланды. Барый Кинйәғоловтың белдереүенсә, 60 бер мандатлы округтың барыһында ла депутаттар һайланған. Партия исемлектәре буйынса һайлауҙа "Берҙәм Рәсәй" партияһы ышаныслы еңеү яулаған. Башҡортостанда Берҙәм Рәсәй партияһынан башҡа бер сәйәси партия ла парламентҡа уҙыу өсөн һайлау ҡануниәте талап иткән 7 процентлыҡ кәртәне үтә алмаған.

Шуға ҡарамаҫтан, һайлау ҡануниәтенә ярашлы, мандаттар, еңеүсе партиянан һуң икенсе урында килеүсе партия вәкилдәренә лә бүленәсәк. Был осраҡта ул коммунистар партияһы. Тимәк, алдағы биш йылда республикала ике партиялы парламент эшләйәсәк. Барый Кинйәғолов әйтеүенсә, һайлауҙар барышында ҡанун боҙоу осраҡтары теркәлмәгән.
XS
SM
MD
LG