Accessibility links

Кайнар хәбәр

Парламент рәйесе кем булыр?


11мартта дүртенсе саҡырылышы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тәүге эшлекле кәңәшмәһенә йыйылды. Унда Парламенттың тәүге ултырышын уҙғарыуға бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Константин Толкачев был юлы парламент рәйесе булараҡ түгел, ә дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың тәүге ултырышын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе булараҡ ҡатнашты. Республика парламенты яңы составтағы тәүге ултырышын 13-сө мартта уҙғарасаҡ. Унда иҡ ҡарт депутат рәйеслек итәсәк. Ул Рауил Бикбаев. Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе. Дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға 120 депутат һайланды. Был юлы тәүге тапҡыр парламентҡа депутаттар ҡатнаш система буйынса-партия исемлектәре буйынса 60, бер мандатлы округтар буйынса 60 депутат һайланды.
XS
SM
MD
LG