Accessibility links

Кайнар хәбәр

Уҡыусы өлкән йәштәге бер ҡатынды ҡотҡарған


Белорет районы Тирлән ҡасаһында унберенсе синыф уҡыусыһы Иван Первушин өлкән йәштәге бер ҡатынды уттан ҡотҡарған. Ул төндә яңғыҙ ҡатындың йортонда янғын сығыуын күреп ҡала һәм ярҙамға ашыға. Тәҙрәләрҙе ватып өйгә инә һәм фажиғәгә тарыусыны ҡотҡара. Иван Первушинға күршеләре лә ярҙамға килә. Шулай итеп, 11-се синыф уҡыусыһы кеше ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында әлегә егеттең был батырлығын нисегерәк баһаларға белмәйҙәр. Өфөлә иһә иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре 100 миллион һумлыҡ ялған аҡсалар тапҡан. Башҡаланың Совет районында урынлашҡан банктарҙың береһендә кредит түләүҙәрен ҡабул итеү буйынса автоматлаштырылған кассаларҙа 500 һумлыҡ 250 ялған аҡса табыла, тип хәбәр итә РИА НОВОСТИ агентлығы. Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы тикшереү барышында аҡсаларҙы кем түләгәнен дә асыҡлай. Һуңынан уның фатирында 500 һумлыҡ 200 мең һәм 100 һумлыҡ 600 ялған аҡса табыла. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
XS
SM
MD
LG