Accessibility links

Кайнар хәбәр

ТЭФИ-ның өс Орфейы Өфөлә ҡала


ТЭФИ Регион телевизион конкурсының икенсе этабына Өфөлә йомғаҡ яһалды. Шулай итеп, 3 Орфей Өфөлә ҡала. Тэфи-регион конкурсы финалының быйылғы үҙенсәлеге-был бәйге тәү тапҡыр башҡорт телендә сәләмләүҙән башланды. Һуңынан да сәхнәнән башҡорт, башҡорт тигән һүҙҙәр йыш яңғыраны. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре Салауат Хәмиҙуллин- мәҙәни-ағартыу программаһы, ә Вилүрә Иҫәндәүләтова- Телевизион дизайн, Венера Йомағолованың “Еҙем әбейҙәре” фильмы документаль фильм номинацияһында иң көслө булып сыҡты. Рәсәй телевидениеһы академияһы фонды президенты Владимир Познер ,"Тэфи-Регион" бәйгеһе финалына сығыусыларҙы тәбрикләү тантанаһында ҡатнашып Республика президентына ла бүләк тапшырҙы. Тик бүләкте Мортаза Рәхимов түгел Илдус Илешев сығып алды. Бәйгегә 121 телекомпаниянан 226 эш ҡабул ителгәйне. Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы унда бер нисә проектын сығарҙы. Улар – “Еҙем әбейҙәре” “Времен связующая нить”, “Под знаком Сатурна” фильмдары, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арнап әҙерләнгән роликтар, “Башҡортостан-63” тапшырыуҙар серияһы. Жюри хөкөмөнә шулай уҡ режиссер Гөлнара Хәбирова һәм Майя Ҡорбановаларҙың эше лә тәҡдим ителгәйне.
XS
SM
MD
LG