Accessibility links

җомга, 24 ноябрь 2017, Казан вакыты 23:22

Мәскәүҙә “Алтын битлек”те кемгә киҙерерҙәр


Мәскәүҙә 15апрельдә “Алтын битлек” театр премияһы лауреаттары иғлан ителә. Төп бүләккә Рәсәйҙең 29 музыкаль, 19 драма, 4 ҡурсаҡ театры дәғүә итә. Улар араһында Башҡорт дәүләт академия драма театры ла бар. Башҡорт артистары абруйлы форумда “Кәкүк ояһы” спектаклен тәҡдим иткәйне. Режиссер Айрат Абушахмановтың был эше халыҡ-ара “Туганлыҡ” фестивалендә еңеү яулағайны.

XS
SM
MD
LG